

Ветеран сығышы менән Әлшәй районынан, 1922 йылдың 17 декабрендә донъяға килгән. Ул 1941 йылдың майында армияға алына, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүге
көндәрҙән үк тыуған илде дошмандан һаҡларға фронтҡа китә. Һалдат 309-сы гвардия уҡсылар полкында уҡсы-автоматсы булып хеҙмәт итә. Мөхәмәтшәрип Зарип улы бер нисә тапҡыр яралана, Мәскәүҙә госпиталдә ятып сыға. Уның башына эләккән снаряд ярсығы сикәһендә ғүмеренең аҙағына тиклем һаҡлана. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары һәм II дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуңғы йылдар осоронда отставкалағы сержант Мөхәмәтшәрип Фазлиәхмәтов Яңы Әптектә холоҡ төҙәтеү колонияһында (УЕ-394/8) оператив дежур булып хеҙмәт итә.
Стәрлетамаҡ районында тыуып үҫкән ҡатыны Өммөһани Ғәйфулла ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Фәниә, Миңлезолал, Рәүиә, Хәйҙәр, Зөлфирә исемле балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләп, һөнәр биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Өммөһани апай ҙа колонияла эшләй, депутат булған.
- Әсәйебеҙҙең ҡомалаҡта ҡабарып бешкән икмәктәренең тәмен, еҫен һаман онотоп булмай. Ә атайыбыҙ бик йомарт ине, кешегә бер ауыр һүҙ әйтмәне, - тип иҫләй Фәниә һәм Миңлезолал ҡыҙҙары.
Мөхәмәтшәрип Зарип улы Фазлиәхмәтов 2014 йылда вафат була.
Фото ғаилә архивынан