«Оҙаҡ эҙләнек, ләкин көтөп алдыҡ...»

Минең олатайым Булат Таштимер улы Килдеғужин Маҡар районының Һайран ауылында 1904 йылда тыуған. 2024 йылда уның тыуыуына 120 йыл булды.

«Оҙаҡ эҙләнек, ләкин көтөп алдыҡ...»«Оҙаҡ эҙләнек, ләкин көтөп алдыҡ...»
«Оҙаҡ эҙләнек, ләкин көтөп алдыҡ...»

Олатайым ауылда бик хөрмәтле партия активисы булған. 1941 йылда һуғыш башланғас, ауылдан үҙенең аты менән беренселәрҙән булып фронтҡа китә. Өйҙә яратҡан ҡатыны Нәғимә береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән тороп ҡала. Ҡыҙҙары Винера – туғыҙ йәшлек, Хәбирә – биш йәшлек, улдары Йәүҙәт ете йәшлек була. Аталары һуғышҡа киткәс, улдары үлеп ҡала, Булат Таштимер улы 1942 йылдың апрель баштарында бик ҡаты яраланып, Алкиноға дауаланырға ҡайтартыла. Ай ярымдан һуң, 1942 йылдың 26 майында тағы ла һуғыш яланына оҙатыла. 1943 йылдың июль айына тиклем һуғышып, хәбәрһеҙ юғала.

«Хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы ғына килә өләсәйемә. Үле хәбәре түгел бит, иҫәндер, ул һәләк була торғандарҙан түгел ине, тип көтә өләсәйем. Атайһыҙ тороп ҡалған Винераһы менән Хәбирәһен ҡосаҡлап илай.

Олатайымды эҙләй башлауыма 40 йыл үтте. Алкиноға хат яҙып, уны ай ярым дауалағандарын һәм киренән фронтҡа оҙатҡандарын белдем.

2024 йылдың ноябрендә миңә телефондан, Булат Таштимер улы Килдеғужин һеҙҙең кемегеҙ була, тип шылтыраттылар. Олатайым булыуы тураһында әйттем. Мәскәүҙә «Патриот» паркында олатайығыҙҙың фотоһы һәм яҙыуы бар, тип әйттеләр. Олатайым хәбәрһеҙ юғалмаған икән, тип бик ҡыуандым. Тик был шатлығымды әсәйгә генә әйтә алмайым. Ул быны ныҡ көткәйне...

Фото шәхси архивтан.

«Оҙаҡ эҙләнек, ләкин көтөп алдыҡ...»
«Оҙаҡ эҙләнек, ләкин көтөп алдыҡ...»
«Оҙаҡ эҙләнек, ләкин көтөп алдыҡ...»
Автор:Фроза САРВАЕВА. Туймазы ҡалаһы.
Читайте нас