

Сара башында Юрий Игоревич балаларға суд эше, енәйәт төрҙәре, атап әйткәндә, наркотик матдәләрҙе файҙаланыу йәки таратыу, кибер-мутлашыу, терроризм һәм экстремизм тураһында ентекле аңлатып үтте. Артабан яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп яраланып ҡайтҡан «Вагап» ҡушаматлы яугир, уҡыусылар алдында фәһемле сығыш яһаны. Райондашыбыҙҙың биографияһына килгәндә, ул Аҙнай ауылында тыуып үҫә, Этҡол мәктәбен тамамлағандаң һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Артабан уҡырға тәҡдим булһа ла, 1999 йылда армияға китә һәм разведка-десант ротаһына эләгә.
Икенсе Чечня һуғышы башланған осор... Егеттең күңеле тыныс түгел, ул Бөйөк Ватан һуғышында бандеровсылар менән көрәшкән олатаһы өлгөһөндә тәрбиәләнгән. Унда илһөйәрлек тойғолары көслө була. Яҡташыбыҙ хәрби хәрәкәттәр барған урынға ебәреүҙәрен һорап рапорт яҙа, ләкин уның мөрәжәғәте кисектерелә. Армиянан ҡайтҡас, ул тәүҙә – районда, артабан себерҙә вахта ысулы менән эшләй. 2024 йылдың мартында махсус хәрби операцияға барырға хәрби килешеү төҙөй һәм «Башҡортостан» батальонына алына. Махсус хәрби операцияла «Серебрянский лес» (заповедник) биләмәһендә разведка ротаһында алыша.
- Минең дуҫтарым, туғандарым алғы һыҙатта. Күңелдә ниндәйҙер төйөр тик торҙо, мин олатайым юлын ҡабатларға тейеш, тигән уй тынғы бирмәне. Ул тап Украинала бандеровсылар менән алышҡан, уларҙың ниндәй кешеләр икәнлеген яҡшы белә инем, - тип уртаҡлашты «Вагап».
Уҡыусылар яугирҙың сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, һорауҙарын бирҙе.
- Әҙерләгән посылкалар, тәмтомдар, хаттар алғы һыҙатҡа тиклем барып етәме? – тип һораны уҡыусылар араһынан берәү.
- Беҙҙән алдағы подразделение күсеп киткәйне. Блиндажда урынлашып йөрөгән саҡта балалар яҙған хаттарҙы таптым. Күсеп китеүселәр беҙгә уҡыһындар өсөн ҡалдырғандар. Мин уларҙы уҡыным һәм стеналарға беркетеп сыҡтым. Яуҙан ҡайтҡас уҡыйһың, күҙгә йәштәр тығыла, үҙемдең ике балам иҫкә төшә, - тине яугир. – Яугирҙың ҡушаматын күрһәтеп, адреслы посылка ебәрһәгеҙ, ул кисекмәҫтән барып етәсәк. Беҙҙең биләмәгә Смаҡайҙан, Петровскийҙан һәм башҡа ауылдарҙан посылкалар килде.
- Ә өйҙән ниндәй ризыҡ ебәреүҙәрен теләй торғайнығыҙ? – тигән икенсе һорау яңғыраны.
- Мин спорт менән шөғөлләнәм, бик иртә торам, тәмәке тартмайым һәм башҡа насар ғәҙәттәрем юҡ. Сәләмәт тормош, дөрөҫ туҡланыу яҡлы. Мәхсус хәрби операция барған зонала иң теләгәнем ҡымыҙ ине, - тип дауам итте һүҙен яҡташыбыҙ. – Үҙ йортоңда әҙерләнгән ризыҡ, әлбиттә, күңелгә танһыҡ. Өй, ғаилә йылыһын бирә. Беҙҙең часта Әбйәлил районынан булған иң оло яугир үҙе бөйөрөктәр бешерә торғайны. Ондо табып була ине, сөнки ҡала яҡын.
- Яуға барғас та нимәгә иғтибар иттегеҙ? – тип һоранылар.
- Беҙҙең блиндажда һәр саҡ тәртип, сөнки шулай тәрбиәләнгәнбеҙ. Дошман аҙыҡ-түлектән һәм башҡа кәрәк-яраҡтан ҡалған сүп-сарҙы блиндаж өҫтөнә өйә. Сүплек тип уйлаһындар өсөн шулай эшләйҙәр. Ә беҙ сүп-сарҙы йыйып, икенсе урынға алып барып өйәбеҙ. Бер заман дошман ошо сүплекте ут аҫтына тота башланы, беҙҙең блиндаж тип уйланылар, - тип һөйләне бер күренеш тураһында «Вагап».
Яугир әле госпиталдә дауалана, операция көтә, шулай ҙа алғы һыҙатҡа барырға ниәтләй. Артабан сара суд залдары буйлап экскурсия менән дауам итте, уҡыусылар үҙҙәренә күп файҙалы мәғлүмәт алды.
Автор фотоһы.