Ишембай - Еңеү өсөн
4 Апреля 2025, 13:50

Ватан һаҡсылары иғтибар үҙәгендә

Ишембай ҡалаһындағы күп функциялы үҙәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу нигеҙҙәре хаҡында аңлаттылар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән 2025 йыл республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы, тип иғлан ителде. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса эш бөтә йүнәлештәр буйынса ла алып барыла.

Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә муниципаль район хакимиәте күп функциялы үҙәк менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн семинар-консультация үткәрҙе. Сарала бизнес-шериф, «Минең бизнесым» үҙәге, Федераль һалым хеҙмәте, Пенсия фонды идаралығы, халыҡ мәшғүллеге үҙәге, хәрби комиссариат, үҙәк район  дауаханаһы, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙам фонды, Росреестр, мәғариф идаралығы һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре ҡатнашты. Семинарҙың төп темаһы дәүләт ярҙамы сараларына, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу нигеҙҙәренә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хеҙмәттәре тамамланғандан һуң тыныс тормошҡа яраҡлашыу мәсьәләләренә арналды.

- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренең проблемаларына бындай иғтибар дәүләт яғынан да, граждандар йәмғиәте яғынан да социаль яуаплылыҡтың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ярҙам йылы - ул башланғыс ҡына түгел, ул һәр беребеҙ өсөн ғәҙел һәм хәстәрлекле йәмғиәт булдырыуға үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеге. Шуны иҫтә тотоу мөһим: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү - рәхмәт һүҙҙәренән тыш, уларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итәсәк аныҡ ғәмәлдәр ҙә, - тине Ишембай районының бизнес-шерифы Хәлим Хафизов.

Махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына үҙ бизнесын асыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк. Был хаҡта белгестәр һөйләне.

- 2025 йыл - Ватанды һаҡлаусылар йылы, тип иғлан ителде. Быйыл беҙҙә ошондай семинарҙар, осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм консультациялар планлаштырылған. Ҡатнашыусылар бизнесты үҫтереү өсөн мөмкинлектәр, шулай уҡ башҡа ярҙам саралары тураһында мөһим мәғлүмәт аласаҡ. Беҙ махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына үҙ эшен асырға булышлыҡ итәсәкбеҙ, - тип билдәләне күп функциялы үҙәктең Ишембай ҡалаһындағы филиалы мөдире Татьяна Платонова.

Семинарҙа ҡатнашыусылар бизнесты үҫтереү өсөн мөмкинлектәр, шулай уҡ башҡа ярҙам саралары тураһында мөһим мәғлүмәт ала алды, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. 

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас