Бөтә яңылыҡтар

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Махсус хәрби операция ветераны үҙенең хәрби юлы тураһында һөйләне

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса

Элек-электән Рәсәйҙә хәрби хеҙмәт намыҫ эше, тип иҫәпләнгән. Яҡташыбыҙ Илдар Сәйфуллин хәрби хеҙмәттең бурыс ҡына түгел, ә ир-егет өсөн почетлы өҫтөнлөк һәм һынау булыуына ышана. Ул ышаныслылыҡ, ауырлыҡтарҙы күтәрә белеү кеүек иң яҡшы ирегет сифаттарын булдыра һәм сыныҡтыра. Илдар Әнүәр улы - Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Яңыраҡ ул редакцияға үҙенең хәрби юлы тураһында яҙмаһын алып килде.

Илдар Сәйфуллин Сәлих ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Хеҙмәт юлын иртә башлай - бишенсе класты тамамлағандан һуң йәй көнө урындағы колхозда ырҙын табағында эшләй, ололар менән бергә игенде сорттарға айыра. Һуңынан силос һәм сенаж соҡорҙарында иҫәпләүсе була. Ғөмүмән, колхоз бригадиры уны ҡайҙа ярҙам талап ителә, шунда ебәрә. Илдар бала саҡтан техника менән мауыға. Етенсе класта, колхоз етәкселеге менән килешеү буйынса, комбайнер ярҙамсыһы булып эшләй. Ә ике йылдан һуң уға комбайн йөрөтөүҙе ышанып тапшыралар. Өлкән кластарҙа ул үҙаллы комбайнсы булып эшләй, Мөнир ҡустыһын ярҙамсыһы итеп ала. Физик хеҙмәт, шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеү егеттең ихтыяр көсөн нығыта.

«Йәш саҡта еңел атлетика менән шөғөлләндем, ҡышын саңғыла, кистәрен мәктәптең спорт залына йөрөнөм, баскетбол һәм волейбол уйнаным. Секцияларҙы физкультура уҡытыусыһы Әхмәт Бәхтейәр улы Шаньязов ойошторҙо һәм алып барҙы. Ул талапсан һәм тәжрибәле педагог булды. Ярыштарҙа даими ҡатнаштым, призёр ҙа булдым. Ә мәктәптә миңә география, физика, алгебра һәм хәрби әҙерлек нигеҙҙәре оҡшай ине», - тип яҙа үҙе тураһында Илдар Әнүәр улы. Мәктәптән һуң техникаға ҡыҙыҡһыныу геройыбыҙҙы Бәләбәй совхоз-техникумына алып килә. Йыл һайын практиканы тыуған колхозында үтә – комбайнда эшләй. 1988 йылда Илдар Сәйфуллин армияға саҡырыла. Ул Венгрияла, Шарбогард ҡалаһында хеҙмәт итә. Егет Т-64 һәм Т-72 танкыларында тоҫҡаусы-оператор була. Ә армиянан һуң, техникумды тамамлап, ҡулына техникмеханик дипломын ала. Һәм тыуған колхозына тракторсылар бригадиры булып эшкә урынлаша. 1993 йылда Илдар Сәйфуллин Ишембай районы буйынса Эске эштәр бүлегенә эшкә килә. Күпмелер ваҡыттан һуң уны ауыл участка уполномоченныйы итеп тәғәйенләйҙәр. 2001 йылда Илдар Әнүәр улын өс айға Чечняға командировкаға ебәрәләр. Уға боевиктар менән осрашырға тура килә. Көндәр оператив бурыстар үтәлеше менән тулылана, улар араһында - тораҡ пункттарҙы бандиттарҙан таҙартыу ҙа була. Илдар Сәйфуллинды башҡа милиционерҙар менән бергә Урус-Мартан районындағы ауылға ебәрәләр. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре боевиктар төркөмөн асыҡлап, уларҙы Аргун һәм Веден тарлауығында йәшәгән тыныс халыҡ яғына индермәҫкә тырыша. Таулы урындарҙа боевиктар яҡшы йүнәлеш алғанлыҡтан, мәсьәлә ҡатмарлаша.

Эске эштәр министрлығында хеҙмәт иткән осоронда Илдар Әнүәр улын «Хеҙмәттәге айырым ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы, шулай уҡ «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы», «Бурысҡа тоғролоҡ өсөн», «Кавказда хеҙмәт итеү» билдәләре менән бүләкләйҙәр.

2005 йылда яҡташыбыҙ Эске эштәр министрлығынан китә һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүгә ҡул ҡуя. Ул Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһының хәрби часында үҙен тәжрибәле хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Уны яғыулыҡ ҡойоусылар бүлексәһе командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Һынау ваҡыты тамамланғас, кесе сержант исеме бирәләр.

Илдар Әнүәр улы ҡул аҫтындағы водителдәрҙән үҙҙәренә тапшырылған техниканы етди өйрәнеүҙәрен талап итә. Һалдаттар үҙ эштәрен белһен, тип тырыша. Уларҙың танк полкы йыш ҡына хәрби күнекмәләр үткәрә. Бүлексә менән оҫта етәкселек иткәне өсөн Илдар Сәйфуллинға сержант исеме бирелә. 2022 йылдың 22 ғинуарында Рәсәй Белоруссия менән берлектә “Берҙәм ҡыйыулыҡ” хәрби күнекмәләрен уҙғарҙы. Уның бурысы - тышҡы агрессияны бөтөрөү һәм сағылдырыу буйынса эште алып барыу. Унда Илдар Әнүәр улының танк дивизияһы ҡатнаша. Күнекмәләр сиктәрендә подразделениелар хәрби хеҙмәткәрҙәре һәм офицерҙары террористарға һәм диверсанттарға ҡаршы, шулай уҡ “дошмандарҙың” диверсион төркөмдәренә ҡаршы көрәш ойошторҙо.

Өс йыл элек, 2022 йылдың 24 февралендә, махсус хәрби операция башлана. Ватаныбыҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеү - ул ҡыйыу кешеләр өсөн һынау. Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Яҡташыбыҙ Илдар Сәйфуллин бына шундайҙарҙан. Тыуған илгә хәүеф янағас, батыр һалдаттар сафҡа баҫа һәм дошмандың һөжүмен кире ҡаға. МХО зонаһына Илдар Әнүәр улы йөрәк ҡушыуы буйынса, үҙ теләге менән юлға сыға. Ҡарарҙы ул шунда уҡ ҡабул итә.

«Һәр бүлексәнең үҙ бурысы булды: дошмандың дәүләт сигенә яҡын килеүенә юл ҡуймау, Украина хәрби көстәрен, Луганск һәм Донецк республикаларынан диверсион төркөмдәрен ҡыҫырыҡлап сығарырға ярҙам итеү. Офицерҙарҙың күрһәтмәһе буйынса беҙҙең тыл бүлеге күрһәтелгән нөктәләр буйынса снарядтарҙы, боеприпастарҙы, шулай уҡ дизель яғыулығын ваҡытында килтерергә тейеш ине», - тип яҙа махсус хәрби операция ветераны.

Илдар Сәйфуллин контракт буйынса эшләгән водителдәргә барыһын да ентекле аңлата. Һалдаттар яғыулыҡһыҙ танк та, башҡа хәрби техника ла урынынан ҡуҙғалмаясағын яҡшы аңлай. Дошман яғыулыҡ ҡойоусыларҙың машиналарын һөжүм итә, техниканы юҡ итергә тырыша. Шуға күрә мөмкин тиклем тиҙерәк һәм шул уҡ ваҡытта бик һаҡ эш итергә кәрәк була. Техниканы яғыулыҡ менән тәьмин иткәндән һуң хаталанмайынса икенсе урынға күсеү мөһим була. Яй эшләү техниканы
һәм кешеләрҙе юғалтыу менән янай. Йыш ҡына Украина хәрби көстәренең пилотһыҙ автоматлаштырылған идара итеү системаларының ҡорбаны булмаҫ өсөн минималь яҡтыртҡыслы төнгө заправка файҙаланыла. Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Илдар Сәйфуллин, «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», II дәрәжә «Хәрби ҡаһарманлығы өсөн» Георгий Жуков исемендәге миҙалдар менән наградлана. Бынан тыш, яҡташыбыҙға командованиеның хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндан рәхмәт белдерелә.

Үкенескә күрә, ауырыу сәбәпле Илдар Сәйфуллин хеҙмәтен ҡалдырырға мәжбүр була. Ниндәйҙер мәлдә ул тамағының ныҡ итеп ауыртыуын тоя. Мәскәүҙә уның яман шешкә дусар булыуын асыҡлайҙар. Бурденко исемендәге нейрохирургия институтында Сәйфуллинға тауыш ярыһына һәм тамағына ҡатмарлы операция яһайҙар. Ир биш ай дауалана, Мәскәүҙең хәрби госпиталдәрендә реабилитация үтә, әммә әлегә Илдар Әнүәр улы һөйләшә алмай.

«Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡаныма үкенмәйемме? Юҡ. Бында минең бик күп хәрби дуҫтарым, ысын, рухи яҡтан көслө, утҡа һәм һыуға барыуҙан ҡурҡмаған яҡын кешеләрем барлыҡҡа килде. Улар араһында тәжрибәле яугирҙар ҙа, йәшерәк егеттәр ҙә бар. Тормошом бушҡа үтмәне: өйләндем, ике ул тәрбиәләнем. Улар икеһе лә армияла хеҙмәт итте, ғаилә ҡорҙолар. Ейәнсәрем үҫеп килә. Тормош дауам итә», - тип йомғаҡ яһай үҙ хатында геройыбыҙ.

 


Автор һәм Илдар Сәйфуллин архивынан фотолар.

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: