Сарала блогер йәштәргә үҙенең журналист карьераһы хаҡында һөйләне, махсус хәрби операцияла генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге отрядтың эшмәкәрлеге тураһында бер нисә видеоролик күрһәтте. Шулай уҡ яу яланында күргән тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Журналист билдәләүенсә, 2014 йылдағы күп кенә хәрби ваҡиғалар алыҫта тороп ҡалған һымаҡ күренә. Әммә 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, Ильяс уның ни тиклем хәүефле һәм етди икәнлеген аңлай һәм журналиста хәрби хәрәкәттәр зонаһында барған хәл-ваҡиғаларҙы үҙ күҙлеге аша күрһәтеү теләге тыуа. Быға тиклем блогер баш ҡалала телевидениела эшләп, яҡташтарын көнүҙәк яңылыҡтар менән таныштырып барҙы. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүе лә уны был аҙымға илһамландыра. Бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәүсе үҙ төйәгенең үҫеше өсөн битараф булмаған кешеләр менән таныша. Урындағы халыҡтың рух күтәренкелеге журналисты 2023 йылда махсус хәрби операция зонаһына юлланырға этәрә. Һөҙөмтәлә, Ильяс Рәсәй һалдаттарының көнкүреше тураһында репортаждар төшөрә. Журналист яҡташтарыбыҙҙың ауыр хеҙмәттә оптимизмын, рух ныҡлығын, кәйефтәрен күрһәтә.
- Хәрби хәрәкәттәр, һуғыш кешенең ысын йөҙөн шунда уҡ асып һала, – ти Ильяс.
Шайморатовсыларҙың ябайлығы, ихласлығы һәм берҙәмлеге уны хәүефле шарттарҙа үҙен команданың бер өлөшө итеп тойорға һәм ысын геройҙарҙы күрһәтергә ярҙам итә. Журналист әйтеүенсә, тәү сиратта Рәсәй һалдаттарына зыян килтермәҫкә кәрәк була: Ильяс уларға хәрби заданиелар ваҡытында мәшәҡәтләмәҫкә, отрядтың ҡайҙалығын белдермәҫ өсөн ракурстарҙы һәм кадрҙарҙы иғтибарлы һайларға тырыша. Бында уға командирҙар ҙур ярҙам күрһәтә.
- Кременная ҡалаһы янындағы урманда Архангель һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан яҡташтар эргәһендә булған саҡта һуғыштың ни икәнлеген аңланым, – ти блогер.
Уға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү менән бер рәттән төшөрөү эштәрен алып барырға тура килә. Окоптан 700 метр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан дошман пулеметы уға тыныслыҡ һаҡларға һәм эшенә һөнәри ҡарарға, командирҙарҙың приказын үтәргә булышлыҡ итә.
- Тулҡынланыу һәм ҡурҡыу тойғоһон кисереү – тәбиғи. Әгәр ҙә паникаға бирелһәң, эшеңде башҡара алмаясаҡһың, - ти ул.
Хәрби хәбәрсе һалдаттар менән бер үк шарттарҙа йәшәй: ғүмере хәүеф аҫтында була, ауырлыҡтарҙы бергә кисерә. Журналист әйтеүенсә, иң мөһиме – алғы һыҙыҡта бар энергияңды эшкә йүнәлтергә, иғтибарлы, уяу булырға кәрәк.
Командир әйткәндәрен теүәл үтәү уға ныҡ ярҙам итә.
- Тәжрибәле, өлкән иптәштәргә ышанһаң, үҙеңде хәүефһеҙ тояһың. Журналист эшендә иң мөһиме - ғәҙеллек һәм ихласлыҡ, - ти Ильяс. - Әгәр ҙә үҙең дә ябай, эскерһеҙ булһаң, егеттәр менән дә уртаҡ тел тиҙ табаһың. Өфө ҡунағы үҙенең командировканан алған тәьҫораттары тураһында ишембайҙар менән уртаҡлашты: ҡурҡыу тойғоһон кисереүен, егеттәргә һоҡланыуын йәшермәне.
Ҡалабыҙҙың ирекмәне Әлмира Шәрәфетдинованың Башҡортостан Республикаһының ирекмәндәр хәрәкәте үҫешенә тос өлөш индереүе хаҡында ла айырым әйтеп үтте ул. “БлАгоДарим” инициатив төркөмө етәксеһе маскировка селтәрҙәрен үреү менән генә сикләнмәй, уҡыу йорттарында ҡаһарманлыҡ дәрестәре лә алып бара, республиканың милли музейын экспонаттар менән тәьмин итә. Әлмира Рәфҡәт ҡыҙының инициатив төркөмө бөгөн алғы һыҙыҡҡа 20 төрҙән артыҡ әйбер етештерә, әленәнәле гуманитар ярҙам ойоштороп оҙата. Командаға һәр теләгән кеше лә ҡушыла ала. Бының өсөн Ленин проспекты, 18 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сара аҙағында осрашыуға килгән йәштәр ҡунаҡ менән бергәләп йырҙар башҡарҙы, яҡташтарыбыҙҙың алғы һыҙыҡта яҡшыға өмөт итеүҙәрен, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүҙәре тураһында әңгәмәләште.
- Бер ҡасан да битараф булмағыҙ, тормошҡа ыңғай ҡарағыҙ, үҙегеҙҙең хыялығыҙҙан баш тартмағыҙ, - тигән һүҙҙәр менән осрашыуҙы тамамланы Ильяс Батыргәрәев.
Сара блогерҙың башланғысы менән ойошторолдо. Артабан бындай осрашыуҙар Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекамск, Туймазы, Октябрьск һәм Күмертау ҡалаларында уҙасаҡ.
Автор һәм Йәштәр эштәре буйынса комитет фотолары.