Был сара башҡорт халҡының милли ризыҡтары менән таныштырыу ғына түгел, ә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү йылына ла арнап үткәрелде.
Уҡыусылар мәктәптә туҡмас, һалма әҙерләү серҙәренә төшөнһә, өйҙә әсәйҙәре менән сәксәк, бауырһаҡ бешерергә лә өйрәнделәр. Сарала мәктәптә уҡыған уҡыусыларҙың әсәйҙәре генә түгел, башҡа ауылдаштарыбыҙ ҙа ҡатнашты. Бөтәбеҙ бергә 26 килограмм туҡмас, сәк-сәк, бауырһаҡ, шулай уҡ быҡтырылған ит, консервалар, ҡуйыртылған һөт әҙерләнек. Ризыҡтарыбыҙ гуманитар ылау менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға юлланасаҡ. Беҙ уларға ныҡлы һаулыҡ, тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Автор фотолары.