Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2021, 09:30

Эх, тәмле лә һуң балан бәлеше

Ҡамыр өсөн 250 гр магазин ҡаймағы, 1 йомортҡа, 4 аш ҡалағы көнбағыш майы, тоҙ, әҙ генә шәкәр ҡомо, он, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс кәрәк була.

Эх, тәмле лә һуң балан бәлеше
Эх, тәмле лә һуң балан бәлеше

Ҡамырҙы бик йомшак итеп баҫмайбыҙ, кәм тигәндә ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Эслек өсөн баланды ҡайнаған һыуҙа бешереп алырға, һөҙөргә, һыуытырға, шәкәр, крахмал (йәки манный ярмаһы, он) һалып бутарға, бер генә алма булһа ла турап һалырға.
Табаға ҡамырҙы йәйгәс, ҡамыр өҫтөнә әҙ генә крахмал һибергә. Эслекте эсенә һалып, өҫтөн ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ябабыҙ. Бешкән бәлеште фольгаға төрөп ҡуйырға, шулай һыуынһа, йомшаҡ, кетерләп кенә торасаҡ.

фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: