Ғаилә башлығы Әхмәт Әнүәр улы махсус хәрби операцияла ҡатнашып, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле хәҙер өйҙә. Ошо көндәрҙә алғы һыҙыҡтан уның улы Рәис тә ҡайтты. Яугир ҡаты яраланып, әле реабилитация үтә. Ата менән ул 2022 йылдың ноябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ил сиген һаҡларға юлланған. Өй хужабикәһе Зөлфиә Ғабдулвәли ҡыҙы ике яугирҙы ла тәрбиәләп, тәмле аштарын бешереп, хәстәрләп тора.
Яугирҙәр менән күрешергә Афған һуғышы ветераны Сулпан Ҡотлобаев та килгәйне. Ирҙәр үҙҙәренең яу юлдары тураһында һөйләште. Ҡунаҡтар килтергән күстәнәстәр менән сәй эсеп, аралашып, тиҙерәк һауығыуҙарын теләп таралышты.