1⃣ Эргә-тирәләге биләмәне ҡарҙан, шулай уҡ канауҙарҙы, һыу ағыҙыу һәм һыу үткәреү торбаларын таҙартығыҙ.
2⃣ Подвал һәм мөгәрәптән бөтә ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе сығарығыҙ.
3⃣ Хәүеф осрағына сумаҙан йыйып ҡуйығыҙ. Унда документтар, аҡса, алмаш кейем, йыуыныу кәрәк-яраҡтары, кәрәкле дарыуҙарығыҙ, гаджеттар өсөн зарядкалар һәм пауэрбанк булырға тейеш. Шулай уҡ 2-3 көнгә етерлек эсәр һыу запасы һәм тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек һалығыҙ.
4⃣ Мөмкин булһа, резина итек, кәмә, махсус костюм әҙерләгеҙ. Уларҙың үҙаллы эвакуация осрағына кәрәк булыуы ихтимал.
5⃣ Малығыҙҙы хәүефһеҙ урынға күсерегеҙ.
6⃣ Ташҡын яҡынлашыуы тураһында ишетһәгеҙ, өйөгөҙҙә һыу, электр энергияһын, газ сығанаҡтарын һүндерегеҙ. Тәҙрә һәм ишектәрегеҙҙе тығыҙлап ябығыҙ.
Ашығыс хеҙмәттәр саҡырыу номеры – 112.