Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель , 17:24

62 йәшлек ҡатын һәләк булған

Ял көндәре лә республика юлдарында тыныс түгел: Ишембай районының Петровский- Ғүмәр автомобиль юлының туғыҙынсы километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

62 йәшлек ҡатын һәләк булған
62 йәшлек ҡатын һәләк булған

Рул артындағы 62 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән биргән. 

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Renault Sandero автомобиле водителе машинаға идара итеүҙе юғалта, һәм юлдан оса. 

Ваҡиға урынында ашығыс ярҙам хеҙмәттәре эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Кисә Әбйәлил районында ла ошоға оҡшаш фажиғәле хәл теркәлгән. Унда өс ҡатын һәләк була.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!

62 йәшлек ҡатын һәләк булған
62 йәшлек ҡатын һәләк булған
62 йәшлек ҡатын һәләк булған
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: