Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2021, 14:39

Ҡасҡындарҙы бишенсе көн эҙләйҙәр...

Уларҙың аҡһыл төҫтәге алтынсы модель "ВАЗ" автомобилендә хәрәкәт итеүҙәре ихтимал.

Ҡасҡындарҙы бишенсе көн эҙләйҙәр...
Ҡасҡындарҙы бишенсе көн эҙләйҙәр...

Өфөнөң холоҡ төҙәтеү колония-ултырағында яза мөҙҙәтен үтәгән 29 йәшлек Сергей Чириков һәм 27 йәшлек Сергей Камардиндың ҡасыуы тураһында 16 сентябрҙә билдәле булғайны. Улар 15 сентябрҙә юғалған.

Әлегә эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән. Уларҙың аҡһыл төҫтәге алтынсы модель "ВАЗ" автомобилендә хәрәкәт итеүҙәре ихтимал. Бөгөн ҡасыуға бәйле бөтә фараздар ҙа өйрәнелә.

Ике енәйәтсенең дә кешеләр өсөн хәүеф тыуҙырыуы бар: Камардин (тыумышы менән Мәләүездән, үҙе һуңғы ваҡыт Мәскәү өлкәһендә эшләгән) кешене туҡмап үлтергәне өсөн ете йылға, Чириков (Ҡариҙел районында тыуған, аҙаҡ Өфөлә йөрөгән, тәүгеһенән айырмалы, ул бер ерҙә лә эшләмәгән) шулай уҡ кешегә ауыр йәрәхәт һалғаны өсөн алты йылға хөкөмгә тарттырылған.

Был икәүҙе күреүселәр булһа, кисекмәҫтән полицияға хәбәр итеү һорала.

 

Фото:newsbash.ru

Аклима Гизатуллина
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: