9 Май алдынан "Торатау" һәм "Восход" гәзиттәре редакциялары ла "Еңеү тәҙрәләре" акцияһына ҡушылды. Хеҙмәткәрҙәр https://www.polkrf.ru/shtender. онлайн-конструктор аша үҙ ветерандары портреттарын байрамса биҙәп, редакция тәҙрәләренә, үҙ эш өҫтәлдәренә ҡуйҙы. Хәҙер урамда үтеп барыусылар Совет урамы, 88-се йорттоң өсөнсө ҡатында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың портреттарын күрә ала.
"Торатау" һәм "Восход" гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре үҙ батырҙарын хөрмәт менән иҫкә ала. Һеҙ ҙә үҙ фронтовиктарығыҙҙы онотмағыҙ!