Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май , 12:00

“Донъя тотҡаһы – ғаиләлә”, - ти Резеда һәм Салауат Ғәлимовтар

Нәзәкәтле, сағыу никах кейемен кейгән ҡатынҡыҙҙы күрһәм, һоҡланып туя алмайым. Үҙемдең никахым егерме йыл элек булды. Ул саҡта бөгөнгө кеүек матур күлдәктәр табып булмай торғайны. Кейемде төрлөсә яраҡлаштырып кейәләр ине. Ә хәҙер никах күлдәктәренең ниндәйе генә юҡ. Юл төшкәндә Совет урамында урынлашҡан “Исламия” никах кейемдәре магазинына инеп сығырға булдым. Уның хужаһы Резеда Ғәлимова мине ихлас ҡаршы алды.

“Донъя тотҡаһы – ғаиләлә”, - ти Резеда һәм Салауат Ғәлимовтар
“Донъя тотҡаһы – ғаиләлә”, - ти Резеда һәм Салауат Ғәлимовтар

Резеда бәләкәйҙән тегенергә ярата, тора-бара интернеттан ҡарап, өйрәнеп төрлө күлдәктәр тегә башлай. Ишембайҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙы никахҡа әҙерләү буйынса салон асыу тураһындағы хыялы ла тормошҡа аша. Бер йыл элек Совет урамында бинаны ҡуртымға алып үҙ эшен асып ебәрә. Матурлыҡты күрә белгән, уның асылына төшөнгән Резеда эшен бар күңеле менән башҡара.

- Үҙ эшемде нәҡ никах күлдәктәренән башларға ҡарар иттем. Ҡыҙҙарға никах күлдәге кейҙереп, биҙәндереп ҡуйыу – ул бик мауыҡтырғыс. Шунда уҡ ғаилә тормошонда үҙеңде нисегерәк тоторға кәрәклеген дә әйтеп ҡуяһың. Ҡайһы бер ҡыҙҙар ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә бик төшөнөп етмәй, шулай булһа ла яулыҡ ябынып, “Ҡөрьән” тыңлап, никахҡа барғас, күңелдәрендә Аллаһы Тәғәлә бар, тигән һүҙ бит, - ти магазин хужабикәһе. - Ә инде оҙон күлдәктәргә килгәндә, ул барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла килешә, минеңсә.

Геройыбыҙ никах күлдәктәренән тыш, туй күлдәктәрен тегеү менән дә мәшғүл. Уларҙың да ниндәйе генә юҡ магазинда - төрлө төҫтә, төрлө биҙәүестәр менән семәрләп тегелгәндәре. Әйткәндәй, никахҡа инеүсе гүзәл заттарҙы бында тулыһынса байрам тантанаһына әҙерләйҙәр: визажист, ҡаш буяусы, парикмахер барыһы ла бер урында. Ҡыҙҙар йәш кәләштең башына яулыҡ бәйләү, килешле алҡа-беләҙектәр һайлау кеүек мәшәҡәттәрҙе лә бар күңелен һалып башҡара.

Кибеттә ирҙәр өсөн түбәтәйҙәр, күлдәктәр ҙә бар. Уларҙы прокатҡа ла, һатып алырға ла була. Ишембайҙан ғына түгел, күрше ҡала-райондарҙан да никах кейемен алырға килеүселәр бихисап икән.

Резеда ханым милли башҡорт кейемдәрен дә тегә. Ул әҙерләгән иҫ китмәле милли костюмды Ишембай һылыуҡайы Нелли Шәрәфетдинова Ярославль ҡалаһында үткән «Рәсәйҙең алтын тажы» матурлыҡ конкурсында кейгән. Быйыл ҡалабыҙҙа үткән “Һылыуҡай” бәйгеһендә лә ҡыҙҙар “Исламия” кибетендә тегелгән никах кейемдәрен кейеп дефиле күрһәтте.

– Күлдәк тегеү ҙә ижад бит инде. Күлдәктәр нисегерәк тыуа? - тип һорашам.

- Күңелгә берәй ниндәй уй килһә, матур туҡыма күрһәм, ныҡ илһамланам. Интернеттан төрлө образдар ҡарайым, башҡаларҙа булмаған үҙенсәлекле күлдәктәр тегергә тырышам. Идеялар шул тиклем күп. Һәммәһен дә ғәмәлгә ашырып бөтөрөрлөк тә түгел. Бар башланғыстарымда ирем Салауат - иң ҙур терәгем һәм таянысым, уның ярҙамын тойоу үҙемә лә көс һәм дәрт өҫтәй, - ти магазин хужабикәһе.

Бөгөн Ғәлимовтар сауҙа эшен камиллаштырып тауар ассортиментын киңәйтеүҙе, халыҡ ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереүҙе маҡсат итеп алған. Һәр яҡлап та өлгөлө ғаилә дүрт бала үҫтерә. Өлкәндәре Динислам М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында черчение һәм рәсем уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергән. Әле шунда уҡ график дизайнер белеменә уҡый һәм ошо өлкәлә компанияла эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Дильназ 17-се мәктәптең 8-се класында тик яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй. Исламия иһә 1-се класта белем ала. Төпсөктәре Илмира балалар баҡсаһына йөрөй.

Һәр ғаилә шулай үҙенсә бәхетле, уларҙың һәммәһенең дә үҙҙәренә генә хас шатлыҡҡыуаныстары бар, бәхет серҙәре лә үҙенсәлекле. Ғәлимовтар ҙа шулай уҡ татыу, уңған һәм ижади ғаилә. 2015 йылда улар “Йәш ғаилә” муниципаль конкурсында ҡатнашып 2-се урын яулай. Резеданың тормош иптәше Салауат - ысын ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Ул 2022 йылда үҙ ирке менән махсус хәрби операция зонаһына юллана. Ошо көндәрҙә мотоуҡсылар полкының хәрби машинаһы операторы Салауат Ғәлимов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнә. Был наградаға “Добрый” ҡушаматлы яҡташыбыҙ Запорожье өлкәһе тораҡ пункттарын азат иткәне өсөн лайыҡ була.

Махсус хәрби операция зонаһына алынғанға тиклем Салауат Сәлимйән улы Ишембай катализаторҙар заводында технологик ҡулайламалар операторы булып эшләй. Яҡташыбыҙҙың Ватаныбыҙ алдында булған бурысын үтәргә теләге ҙур була, шуға ла ул махсус хәрби операцияға юллана. Башта уны ашнаҡсы итеп билдәләйҙәр. Түбәнге Новгородта БМП-3 наводчикоператорына хәрби уҡыуҙар үткәндән һуң һуғыш яланына оҙатыла.

- Яҡташтарым менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләгемде әйткәс, ҡатыным бик хупламаһа ла, ризалашты. Ул миңә һәр ваҡыт этәргес көс бирә. Яу яланында беребеҙгә лә еңел түгел. Бер-беребеҙгә туғандар кеүекбеҙ. “Добрый” ҡушаматын үҙем дә, башҡалар ҙа йылы ҡабул итте, - ти Салауат Сәлимйән улы.

Бөгөн мосолман тауарҙары һатылған урындар байтаҡ булһа ла, уларҙың һәр береһенең үҙ һатып алыусыһы бар. “Исламия”ны яратҡандар унда кәрәкле әйберен
алырға ғына түгел, магазиндың ихлас һәм алсаҡ хужабикәһе менән аралашыу өсөн дә килә. Никах һәм туй тантанаһы кеше хәтерендә мәңге иҫтә ҡалырлыҡ мөһим ваҡиға. Әгәр ғүмер байрамығыҙҙа үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы күркәм итеп күрергә, күрһәтергә теләһәгеҙ, никахҡа әҙерләү кибетенә рәхим итегеҙ.


Автор фотолары.

“Донъя тотҡаһы – ғаиләлә”, - ти Резеда һәм Салауат Ғәлимовтар
“Донъя тотҡаһы – ғаиләлә”, - ти Резеда һәм Салауат Ғәлимовтар
“Донъя тотҡаһы – ғаиләлә”, - ти Резеда һәм Салауат Ғәлимовтар
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: