Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май , 11:37

Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!

Ҡанаҡай ауылында Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелиск яңыртылды.

Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!

Һәйкәлде төҙөкләндереү класташтар Юнир Муллағилдин, Салауат Минеғолов, Гәүһәр Кинйәбаева башлынғысы менән башланды. Уларға башҡа һабаҡташтары ла ҡушылды.

- Класташтарға ауылдаштарҙан Ғәлиуллиндар, Кинйәбаевтар, Әминовтар ғаиләһе ярҙам итте, - тип уртаҡлашты Райхана Кинйәбаева. – Ә Нурсилә Ғәлиуллина һәм Хәбирә Иркәбаева штукатурларға ярҙам итте. Гөлнәзирә Кәримова таҡталар килтерҙе. Ошо өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт еткергем килә.

Был обелиск 1965 йылда Еңеүҙең 20 йыллығына төҙөлгән. Төҙөгәндә уның эсенә киләсәк быуынға хат һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙарҙың исемлеген һалып ҡалдыралар. Ләкин һәйкәл 1990-2000 йылдарҙа ташландыҡ хәлдә була. 2000 йылда асылырға тейеш хат уның эсендә ҡала. Обелиск эргәһендә мәсет һалынғанда уны кәртәләр менән уратып алалар.

 

Райхана Кинйәбаева фотоһы.

Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Онотмайыҡ батырлыҡтарын һәм исемдәрен!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: