Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май , 10:00

Ҡый үләндәре йонсотһа, бына иң яҡшы кәңәш!

Был сара бигерәк тә ҡояшлы, эҫе көндәрҙә, ямғыр булмағанда файҙа килтерә.

Ҡый үләндәрен гербицидһыҙ бөтөрөү өсөн тоҙ һәм уксусты ҡулланығыҙ. Бының өсөн бер литр туғыҙ процентлы уксусҡа бер аш ҡалағы тоҙ һәм һәм бер нисә тамсы һауыт-һаба йыуыу сараһы һалып, яҡшылап болғатырға.

Ябай һиптерткескә һалып, ҡый үләндәренә һиптертеп сығығыҙ, таң атыуға үләндәр көйрәп ултырасаҡ. Был сара бигерәк тә ҡояшлы, эҫе көндәрҙә, ямғыр булмағанда файҙалы буласаҡ. Иртән һиптерһәгеҙ, кискә һөҙөмтәһен күререһегеҙ ҙә.

Был сара бөтә үҫентеләрҙе лә үлтерә, шуға күрә һаҡ ҡулланығыҙ.

 

 

Текст сығанағы: "Һаҡмар" гәзитенән.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: