Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май , 11:00

Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар

Ишембайҙар алғы һыҙаттағы яҡташ яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатты.

Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар
Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов белдереүенсә, ылау барлығы биш мең километрҙан ашыу ер үткән. Һалдаттарға, атап әйткәндә, дүрт автомобиль, коптерҙар, рациялар, 3D-принтерҙар, ноутбуктар, тепловизорҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелгән.

Был сарала предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар һәм район халҡы әүҙемлек күрһәтте. Яугирҙар һораған ҡорамалдар хәйриә марафоны аҡсаһына алынды.

Гуманитар ылауҙы оҙатыусылар илдең төрлө төбәктәренән булған хәрбиҙәрҙең теләктәре яҙылған Рәсәй байрағын алып ҡайтты.

 

Фото: https://vk.com/id584931685

Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар
Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар
Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар
Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар
Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар
Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар
Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар
Яугирҙарҙан сәләм алып ҡайттылар
Автор:Асия МОРАТОВА.
Читайте нас: