Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май , 09:00

Кемдәргә һарымһаҡ ашарға ярамай?

Һарымһаҡты белмәгән кеше юҡ, файҙалы үҙенсәлектәре тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Тик бөгөн һүҙебеҙ уның файҙаһы түгел, ә киреһенсә, зыяны тураһында. 

Табиптар фекеренсә, ҡайһы бер сирҙәр менән яфаланғанда һарымһаҡты ашау тыйыла икән. Бына улар.

Шулай итеп, бауыр йәки бөйөрөгөҙҙә проблема бар икән, һарымһаҡты ашта ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә. Ундағы зарарлы матдәләрҙең күп булыуы был ағзалар эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтереүе ихтимал. Диарея менән йонсоғандарға ла һарымһаҡ ашау тыйыла, сөнки ул эсәкте ҡуҙғыта һәм елһенеүгә килтерә.

Күҙ сирҙәре булғандарға ла һарымһаҡтан баш тартыу хәйерлерәк. Табиптар белдереүенсә, был күҙҙең лайлалы тиресенең елһенеүенә килтерә. Гипотония менән йонсоғандарға шулай уҡ тыйылырға кәңәш итәбеҙ, ул ҡан баҫымын төшөрә.

Һарымһаҡта булған ахоен тигән матдә ҡандың ойошоусанлығын кәметә һәм тромб формалашыуына ҡаршы тора. Был - бик ыңғай сифат. Тик ошо уҡ сәбәпле уны операциялар алдынан ашау тыйыла. Бынан тыш ауырлыларға, аритмия менән сирләгәндәргә лә һарымһаҡты күпләп ашарға кәңәш итмәйҙәр.

Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр нәмәлә сама беләйек. Файҙалы ризыҡ зыянға әйләнмәһен.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: