Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май , 11:00

Үлем һорап килмәй

Дүрт йәшлек улдары әсәһенә көтмәгәндә:

Үлем һорап килмәй
Үлем һорап килмәй

- Әсәй, һинең эсең үҫә лә, үҫә. Унда нимәлер бар шикелле, - тип әйтеп һалмаһынмы? Әсәһе ҡасандыр, кемдәндер ишетеп ҡалған бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләргә булды.

-Хәтерләйһеңме, атайың ҡарбуз алып ҡайтҡайны? Ашағанда яңылыш уның орлоғон йотоп ебәргәнмен. Хәҙер бына миндә ҡарбуз үҫә.

Юҡ-бар һөйләп шаҡ ҡатырып булмай шул Ҡәйүмде. Күҙҙәрен селт-селт йомоп, белдекле ҡиәфәт менән:

- Алдашаһың. Беләм инде бәпәй алып ҡайтырға әҙерләнгәнеңде. Мәҙинәнең әсәһе лә шулай һимереп йөрөнө лә, ана бәпәй алып ҡайтты. Балалар баҡсаһына килгәс, көн һайын шуның менән маҡтана.

- Әсәйең һиңә һеңлекәш алып ҡайтасаҡ, - тип ситтән генә ҡарап торған атаһы.

- Ҡасан һеңлем була инде? - тип атаһы менән әсәһенә ҡарағанда ул нығыраҡ көттө тыуасаҡ бәләкәсте. Өлкәндәр уның һөйләгәнен яратып, уйламаған нәмәләрҙе килтереп сығарыуын йылмайып тыңлайҙар.

- Һеңлеңде алып ҡайтҡас нимә эшләйһең?

- Күтәреп йөрөтәм. Коляскаға ятҡырып, урамға алып сығам. Йөҙөн кешеләргә күрһәтмәйем. Матурға күҙ тейә.

- Ә илаһа?

- Илаһа ла матур. Мин матур. Әсәй ҙә матур, атай ҙа. Кемгә оҡшап ямаҡай булырға тейеш ул? Балалар баҡсаһында иң матур ҡыҙ – Мәҙинә. Әйҙәгеҙ бәпескә лә Мәҙинә тип исем ҡушайыҡ...

Мәҙинә тыуҙы, тик әсәйһе генә уны күрә алманы. Шамил ҡатынын үлеп яратты. Бер балалар баҡсаһына йөрөнөләр, бер мәктәптә уҡынылар, ҡалаға китеп, бер үк институтты тамамланылар. Диплом алаһы йылда ЗАГС-ҡа барып теркәлделәр. Студенттарса дөйөм ятаҡта туй яһанылар. Бәхетле пар унда оҙаҡ йәшәмәне. Яңы аяҡҡа баҫҡан ойошмала икеһе өсөн дә эш килеп сыҡты. Хеҙмәт буйынса ҙур карьераға үрләп, ҙур ғаиләгә, тип, йорт төҙөгәс, бәпәй алып ҡайтырға уйланылар. Түңәрәк бәхетте тулыландырып, теләп тапҡан улдары Ҡәйүм тыуҙы. Ул шундай бәләкәс кенә, һәр яҡлап яҡлауға мохтаж, һәр саҡ үҙенә генә тартып торған ҡурсаҡ ине. Шамил менән Әлфиә уны күреп туя алманы. Алмаш-тилмәш, бергәләп тә уның карауаты яғында мәж килделәр. Нисек йоҡлағанын күҙәттеләр, өҫтөндәге юрғанын йүнәлттеләр... Шамил йән киҫәген бүләк иткән ҡатынына ярҙамлашырға атлығып торҙо. Хур ҡыҙы урынына күреп, өрмәгән ергә ултыртманы, иркәләп, наҙлап ҡына йөрөттө. Ҡәҙерлеләрен яратып туя алманы. Матур кейенеп, туй һыйында йәшәнеләр.

Ҡәйүмгә өс йәш тулып үткәс, уға Әлфиәһе тағы ла атай буласағын әйтеп ҡыуандырҙы. Әсәй кеше бәпестең ҡыҙ буласағын һиҙеп торҙо. Туҡланыуы ла Ҡәйүмгә ауырлы булғандағы кеүек түгел. Яралғы башта уҡ әсәһен еләк-емешкә “ултыртты”, һуңынан уларҙы ла ашатмайса уҡшытты. Әлфиә ҡатын-ҡыҙ оҡшатҡан хушбуй еҫтәрен, кремдәрҙе бөтөнләй күрә алманы, ир-егеттәрҙең ароматын оҡшатты. Парлашып, улдарын эйәртеп, саф һауала йөрөнөләр. УЗИ бәпестең ҡыҙ икәнен күрһәткәс, магазиндарға барып уға матур күлдәктәр алды. Ҡәйүм дә бәләкәсте таптырҙы. Һеңлеһе тыуҙы, әммә бына әсәһе генә уны күрә алманы.

Бала тыуыр алдынан Шамил ял алды. Әлфиәнең тулғағы тота башлағанда ла эргәһендә ине. Ләкин, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, күптән түгел генә сервистан алған машинаһын тоҡандыра алманы. Ҡәҙерлеһен “Ашығыс ярҙам”да дауаханаға оҙатырға тура килде. Күңеле ниңәлер насар хәл булырын һиҙҙертте, Шамил үҙенә урын тапмай йонсоно, эсен ниҙер көйҙөрөп алды. Бәләкәс тыуа торған булғанға шундай уйҙар киләлер, тип борсолдо.

Оҙаҡҡа һуҙылған ярты сәғәт ваҡыт үтеүгә уға шылтыратып “Ашығыс ярҙам” машинаһының аварияға осрауын, Әлфиәнең комаға китеүен, ә бәләкәстең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн врачтар бар көсөн һалыуын әйттеләр. Ҡәйүмен күршеләргә ҡалдырып, такси саҡыртып дауаханаға барып еткәнендә, ирен һыңар ҡанатһыҙ ҡалдырып, һөйгәненең был яҡты донъя менән хушлашыуын белдерҙеләр. Шамилға ҡыҙына күҙ һирпеп кенә ҡарарға рөхсәт иттеләр. Балаға зыян булмаһа ла, реанимацияға урынлаштырып, даими күҙәтеүгә алғандар ине.

Шамил ике көндән Әлфиәһен ерләне. Аҙна уҙғас, дауахананан ҡыҙсығын алып ҡайтты. Ул көндө бәпәй алып ҡайтырға килгән бәхетле парҙарға күҙен күтәреп ҡарарға ла көс тапманы. Өйгә ҡайтҡас, Ҡәйүменә ни өсөн әсәләре эргәләрендә юҡлығына, Мәҙинәне нисек үҫтерергә белмәй аптырай ине...

 

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Сания Шәрипова.
Читайте нас: