Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май , 11:40

Изге күңелдән!

Ишембай районы Этҡол ауылында тыуып, Бәләкәй Мәҡсүт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡызым,туғаныбыҙ,апайыбыҙ,Исмәғилева Раушания Иҙрис ҡыҙын 55 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!

Раушания ҡызым, апайыбыҙ һәр эште еренә еткереп эшләүе, үҙ-үҙенә лә, башҡаларга ла талапсанлығы, итәғәтлелеге, кешелеклелеге, мәрхәмәтлелеге, киң күңелле булыуы менән айырылып тора. Ул Биксән урта мәктәбендә директор булып эшләй, физика, математика фәндәренән укыта. Бик тә оптимист рухлы, шат күңелле, йор телле Раушания ҡызым, апайыбыҙ коллективында ла ҙур хөрмәт ҡаҙанды һәм уның һөнәри оҫталығы юғары баһаланды. Бик күп маҡтау грамоталарына, Башҡортостан Республикаһының Мәғәриф Отличнигы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы Мәғәриф Хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ булды. Уның һүҙенә, кәңәшенә барыһы ла ҡолак һала.

Ул бөтә яҡтанда килгән: матур йырлай, бейей, ҡойоп ҡойғандай һүрәттәр төшөрә, аш-һыуға ла бик оҫта!
 
Раушания ҡыҙым, апайыбыҙ! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ! Киләсәктә лә һау-сәләмәт булып, тыныслыҡта, ҡыҙыңдың изгелектәрен күреп, бәхеткә төрөнөп оҙон-оҙак шатлыҡта-ҡыуаныста беҙҙең менән бергә ҡатнашып матур итеп йәшәүеңде теләйбеҙ.

Һиндәгеләй оло йөрәк, изге күңел
Бик һирәктер, әгәр булһа ла!
Башкаларҙы уйлап йәшәйһең һин,
Инде 55 йәшең тулһа ла...

Иртән иртүк, “Хәлең нисек?” тиеп,
Һин һорайһың иң элек.
Тормоштан тәм табып йәшәйһең һин,
Һәр көн һайын ҡылып изгелек.

Барлыҡ туғандарға ғына түгел,
Сит-ятты ла ситләп үтмәйһең.
Барыһына булышаһың теләп,
Үҙең бер ни өмөт итмәйһең...

Башҡаларга ҡылган изгелегең
Меңе менән ҡайтһын үҙеңә.
Ҡайғы күрмә, матур ғүмер кисер,
Ҡыуанып кер ғүмер көзөңә!

Иң изге теләктәр менән әсәйең Рәйсә, ағайың Ирек, туғандарың Рушан, Азат, Гузәлиә һәм уларҙың ғаиләләре.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Автор:
Читайте нас: