Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май , 09:00

Ҡәҙерле ишембайҙар!

Һеҙҙе Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Яҙ һәр ваҡыт яңырыу, көс барлыҡҡа килеү, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр менән бәйле. 1 Май өлкән быуын кешеләре өсөн – ул йәшлек, хеҙмәт ҡаҙаныштары, бөйөк төҙөлөштәрҙең романтикаһы тураһындағы хәтирә. Йәштәр өсөн - юл башы, яңы идеялар һәм ҡыйыу ҡарарҙар байрамы.

Беҙҙең муниципаль район олатай-өләсәйҙәребеҙҙән мираҫ итеп алған хеҙмәт традицияларына бик бай. Беҙҙең бурыс - лайыҡлы алмаш тәрбиәләү, киләсәктә был ерҙә
йәшәйәсәк һәм уны үҙенең бәләкәй ватаны тип атаясаҡ быуынды үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү.

Бала саҡтан таныш булған “Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!” лозунгыһы айырым ҡиммәткә эйә. Ишембайыбыҙ, ауылдарыбыҙ, тыуған республикабыҙ һәм бөтә ил именлеге хаҡына дөйөм ижади хеҙмәтебеҙ һәр беребеҙгә файҙа һәм тыныслыҡ килтерер, тип ышанам.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм изге эштәрҙә уңыштар, яҡшы яҙғы кәйеф теләйбеҙ!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: