Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель , 13:00

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

17 апрель – Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

17 апрелдә илдә Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө билдәләнә. Был датаның да үҙ тарихы бар. 1991 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандарының советы барлыҡҡа килә. Ләкин байрамды илдә 2011 йылдан башлап ҡына билдәләй башлайҙар. Ошо дата уңайынан редакциябыҙға Ҡолғона ауылында йәшәүсе Моғаттар Мостафинды саҡырҙыҡ. Ул – Эске эштәр органдарында 27 йыл эшләп, майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.

Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәй, Моғаттар Мөхтәр улының да һөнәрҙәре, шөғөлдәре һанап бөткөһөҙ. Ул Ҡолғона мәктәбен тамамлағас, урман ҡырҡыусы, тракторсы булып эшләй. Армия хеҙмәтен Байконурҙа тәьминәт өсөн яуаплы ғәскәрҙә үтә, кесе сержант дәрәжәһенә күтәрелә. Унан ҡайтҡас, Петровск ауылында махсус һөнәри техник училищеһында тракторсы, электрик һөнәрҙәрен үҙләштерә. Көтмәгәндә профессияһын ҡырҡа үҙгәртә, ошонан башлана ла инде уның ҙур хеҙмәт юлы.

- 1985 йылда Өфөлә 12-се янғын һағы часына эшкә урынлаштым. Тәүҙә – янғын һүндереүсе, артабан бүлек командиры булып эшләнем. Был часта биш йылдан ашыу хеҙмәт иттем. Тыуған яғым – Ҡолғонам хозур тәбиғәте менән гел үҙенә тартып торҙо, һағындырҙы һәм кәләшем менән ауылға күсеп ҡайттыҡ, - тип иҫкә төшөрә Моғаттар ағай. – Ауылда урман хужалығында бер аҙ эшләгәс, мәктәптә хеҙмәт, физкультура дәрестәренән уҡыта башланым. Янғын һағы часында эшләп, ныҡлы сынығыу үткән, спорт менән әүҙем шөғөлләнгән Моғаттар Мостафинды Ишембай районы милицияһы бүлегенең начальнигы Рифҡәт Лотфуллин эшкә саҡыра.

- Эште сержант дәрәжәһендә башланым, ауылда тәртип булдырыу өсөн яуаплылыҡ тулыһынса миңә тапшырылды. Етәкселеккә рәхмәт, машина менән тәьмин итеп торҙо. 2014 йылдың мартында хаҡлы ялға сыҡтым, - тип дауам итте ул.

2014 йылдан Моғаттар Мөхтәр улын ауыл Советы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Был өлкәлә ул алты йылдан ашыу эшләй. Ағай әле лә тик ятмай, һунарсылыҡ менән шөғөлләнә, халыҡ йырҙары конкурстарында йыш ҡатнаша. Баянда, ҡурайҙа уйнап сығыштар яһай. Конкурстарҙа призлы урындар яулай. Уның йырҙарын тыңлағас, сәнғәт буйынса китһә, яҡташыбыҙ Мәғәфүр Хисмәтуллин һымаҡ билдәле артист булыр ине, тип уйлап ҡуйҙым. Моғаттар ағайҙың тағы бер шөғөлө бар – ул электр менән төрлө әйберҙәр иретеп йәбештерә. Көнкүреш кәрәк-яраҡтарын эшләй, берәйһенең техникаһы боҙолһа, тиҙ үк йәбештереп бирә. Ветерандар советының әүҙем ағзаһы булараҡ, ул йәмәғәт эшен дә оҫта алып бара. Шулай уҡ уның гер спорты, көрәш менән шөғөлләнгәнен дә белдек – йәшерәк сағында һабантуйҙарҙа беренселекте бер кемгә лә бирмәй. Моғаттар Мостафин Эске эштәр органдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә «Хеҙмәт отличиеһы өсөн», «РФ Эске эштәр министрлығына – 90 йыл», «РФ Эске эштәр министрлығына – 95 йыл» миҙалдары, «Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш отличиеһы өсөн», «РФ Эске эштәр министрлығына – 85 йыл» Почет билдәләре һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.

Моғаттар Мөхтәр улының ғаиләһе менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Ҡатыны Зәкиә Ибраһим ҡыҙы сығышы менән Ҡалыу-Айры ауылынан. Ул М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында филология факультетында белем ала. Әлеге мәлдә Ҡолғона мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта, балаларҙы олимпиадаларға, конкурстарға төплө әҙерләй. Зәкиә менән Моғаттар Мостафиндар ике балаға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. Өлкән улдары Урал менән килендәре Диана Рәмил, Асҡар һәм Кәрим исемле улдар үҫтерә. Ҡыҙҙары Наилә менән кейәүҙәре Хәлил дә өс малай тәрбиәләй. Бер-бер артлы Арыҫлан, Руслан һәм Солтан исемле улдар үҫеп килә.

Һүҙ аҙағында: «Моғаттар ағай, беҙҙе һәләттәрегеҙ менән шулай ҡыуандырып тороғоҙ», – тип әйтке килә. Һеҙҙең ғаиләгә именлек, бәхет, уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Фотолар ғаилә архивынан.

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: