Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель , 12:00

Мине дуҫтарым, иптәштәрем көтә, - ти махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ

Ошо көндәрҙә Байыҡтан “Шаман” ҡушаматлы һалдат МХО-нан ялға ҡайтты. Мөмкинлек менән файҙаланып уны редакцияға саҡырҙыҡ.

Мине дуҫтарым, иптәштәрем көтә, - ти махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ
Мине дуҫтарым, иптәштәрем көтә, - ти махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ

Егет Кинйәбулат урта мәктәбен тамамлаған. Армия сафтарында Алыҫ Көнсығышта Уссурийск ҡалаһында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Ике йыл хеҙмәт итеү дәүерендә сержант дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Әрменән ҡайтҡас колхозда малсы булып эшләй. Егеткә урман хужалығында ла үҙен һынап ҡарарға тура килә. Артабан төҙөлөш эштәрендә ҡатнаша, йорттар, мунсалар һала. Бер көндө Байыҡ егетенә Ишембай хәрби комиссариатынан шылтыртыу була. Был 2022 йылда махсус хәрби операция зонаһына саҡырылыуға бәйле була. Шулай итеп ул 26 сентябрҙә Пенза ҡалаһына хәрби уҡыуҙарға ебәрелә. Унда һалдаттар спорт һарайы урынлашҡан бинала күнекмәләр үтә. Ишембайҙар һөйләшеп бер взводҡа эләгә. “Шаман” мотоуҡсылар ғәскәрендә була. Егеттәрҙе полигонда мылтыҡтан атырға, үҙеңде һаҡлау сараларына һәм башҡаларға өйрәтәләр. Яҡташыбыҙ башлыса ер аҫтында йәшәйбеҙ, һыҙатты тотоп торабыҙ тип һөйләй. Башҡа яугирҙар һөжүмгә улар аша китәләр. Яралыларҙы сығарғанда уҡсылар ҙур ярҙам күрһәтә. МХО-ла хеҙмәт итеү дәүерендә егет тыуған яғына, ғаиләһенә өсөнсөгә ҡайтҡан. Яҡташыбыҙҙан ни өсөн уны “Шаман” тип йөрөтөүҙәре хаҡында һорашам.

- Был хәл Пензала булды. Полигонда уҡырға йөрөтәләр ине. Беҙҙе артабан ҡайҙа ебәрәсәктәре хаҡында һөйләшеүҙәр бара. Бер төркөм егеттәр менән үләндә аяҡ бөкләп үҙ-ара һөйләшеп ултырабыҙ. Мин инде барыһын да көлдөрөп, ҡулдарҙы болғай-болғай хәбәр һатам. Арттан полковник килеп туҡтағанын күрмәгәнмен дә. Ул миңә: “Ооо, шаман, шаманишь да?” - тип көлөп ебәрҙе. Шунан минең ҡушаматты “Шаман” тип яҙып та ҡуйҙылар. Хәҙер был позывной миңә йәбешеп ҡалды, - ти көлөп яугир.

Һалдат Башҡортостаныбыҙҙан, шәхсән Ишембай районынан гуманитар ярҙамдың, посылкаларҙың күпләп килеүе хаҡында ла әйтеп үтте. Артыҡ әйберҙәр килеп сыҡһа, башҡа һалдаттарға ла тараталар икән.

- Башҡа республикаларҙан килгән һалдаттарға бындай ылауҙар эләкмәй тиерлек. Шуға ла улар беҙҙең тыуған яҡтан килгән ярҙамға һоҡланып ҡарай. Үҙебеҙҙән артҡанды ҡумталап уларға алып барып тапшырабыҙ. Был посылкалар һалдаттарға үҙҙәренең өйҙәренән килгән һымаҡ. Күстәнәстәрҙе шатланып ҡабул итәләр. Сөнки беҙ барыбыҙ ҙа бер туған кеүекбеҙ, - ти “Шаман”.

Яҡташыбыҙ ҡатыны менән 3 бала үҫтергән. Ҡатыны Гөлнара магазинда эшләй. Өлкән улдары Айнур Ишембай нефть колледжын тамамлап, әлеге көндә Брянск ҡалаһында мотоуҡсы ғәскәрендә хеҙмәт итә. Ҡыҙҙары Аделина Стәрлетамаҡ күп профилле колледжын, ә төпсөктәре Азамат мәктәпте тамамлаған.

“Шаман” махсус хәрби операция зонаһына алыныуына бер ҙә үкенмәй. Ул бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән беҙ бер татыу ғаилә кеүекбеҙ ти.

- Махсус хәрби операция донъяға ҡарашты үҙгәртте. Беҙҙең егеттәр ысын геройҙар, улар - ябай, тыйнаҡ егеттәр. Иптәштәремә әйләнгәндәр һәм һәләк булғандар мәңгелек иҫтә һаҡланасаҡ. Егеттәрҙе юғалтыу бик ауыр. Әле мине яу яланында яҡташтарым, дуҫтарым көтә. Яуҙа булған һәр кем тиҙерәк был һуғыштың тамамланыуын теләй. Ғәзиздәрен көткән әсәйҙәргә, ҡатындарға, балаларға сабырлыҡ һәм үҙҙәрен һаҡлауҙарын теләйем. Һәм, иң мөһиме, миңә рухи яҡтан ярҙам итеүсе яҡындарыма, туғандарыма ҙур рәхмәтлемен, - ти яҡташыбыҙ.


Фото “Шаман”дың шәхси архивынан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: