Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март , 12:00

ӨЛГӨ АЛЫРҘАЙ ЕГЕТТӘР

Башҡортостан Республикаһының «МХО ветерандары» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Ишембай ҡалаһы һәм районы буйынса филиалы етәксеһе Александр Дё махсус тәғәйенләнештәге «Әхмәт» отрядында хеҙмәт итә. Алғы һыҙатҡа ул Чечня Республикаһында спецназ мәктәбен үтеп китә.

ӨЛГӨ АЛЫРҘАЙ ЕГЕТТӘР
ӨЛГӨ АЛЫРҘАЙ ЕГЕТТӘР

Ирекмән һалдат Александр Николаевич тураһында мәҡәлә гәзитебеҙҙә баҫылып сыҡҡайны. Бөгөнгө һүҙебеҙ яҡташыбыҙҙың дуҫтары һәм Ишембай МХО хәрби туғанлыҡ ойошмаһында тороусы яугирҙар – Александр һәм Даниэль тураһында. Улар, хәрби килешеү туҡтағас, демобилизацияланған һәм тыныс тормошҡа ҡайтҡан. Әлеге мәлдә Өфөлә йәшәгән егеттәр менән тап Александр Дё аша таныштыҡ. МХО ветерандары иҫ киткес илһөйәрҙәр, тормошто яраталар, бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйҙәр. Быны мин телефондан һөйләшкәндә тауыштарынан уҡ аңланым. Икеһе лә асылып китеп, ихлас һөйләште. Иң тәүҙә Александр Киршҡа шылтыраттым, махсус хәрби операциялағы ҡушаматын һораным. «Утёс», тип яуап бирҙе ул. Хәтер төпкөлөндә Михаил Лермонтовтың шиғырындағы образ «ҡылт» итеп ҡалды: «Ночевала тучка золотая на груди утёса-великана». Шунда уҡ мәҡәләм геройын бер бәһлеүән итеп күҙ алдыма килтерҙем. Аҙаҡ фотоһын
күргәс, уның ысынлап та баһадир икәнлеген аңланым.

- Мин хеҙмәткә тиклем пейнтбол, страйкбол уйындары менән шөғөлләндем. Уйынсылар араһында бер ҡасан да бирешмәнем, үҙ позициямда ныҡлы торҙом. Шуға ла дуҫтарым миңә ошо ҡушаматты бирҙе, - тип уртаҡлаша Александр. – Махсус хәрби операцияға мин Ватанды яҡлау идеяһын күтәреү өсөн барҙым. Уға тиклем, 2014 йылдан алып, ополчиндарға хәрби кәрәк-яраҡтар юллап ебәрҙем. Артабан махсус хәрби операция башланғас, бәйләнеште «Уфа» ҡушаматлы дуҫым менән тоттом.

Александр Кирш һаулығы арҡаһында армияла хеҙмәт итмәй. Мобилизация башланғас, күп дуҫтары, таныштары махсус хәрби операцияға киткәс, ныҡлы уйлана башлай. Дуҫтары менән һөйләшеп, МХО-ға ирекмән яугир булып барырға ҡарар итә. Улар Чечня Республикаһында дислокацияланған «Әхмәт» подразделениеһын һайлай. 2023 йылдың мартында хәрби килешеү төҙөйҙәр.

- Хеҙмәттә булмаһам да, «Әхмәт» подразделениеһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡшы һәм сифатлы хәрби әҙерлек үттем, белемемде камиллаштырҙым. Яуға тиклем үҙемде мораль яҡтан әҙерләнем, бер туҡтауһыҙ ҡоралдан атыу менән шөғөлләндем. Алғы һыҙатҡа барып еткәнсе, әлбиттә, әҙерәк борсолдом. Аҙаҡ был тойғо үтте, - тип дауам итә һөйләшеүҙе «Утёс». – Хәрби бурыстар араһында даими күнекмәләр үттек. «Колдун» ҡушаматлы тәжрибәле яугир бөтә хәрби серҙәргә өйрәтте. Атышҡа, шартлауҙарға, штурмға һәм башҡа хәлдәргә әҙер инек. Махсус хәрби операцияға барғаныма бер көн дә үкенгәнем булманы.

Александр Кирш Луганск Халыҡ Республикаһы Лисичанск ҡалаһы һәм Белогоровка ҡасабаһы йүнәлешендә алыша. Батырлыҡтары өсөн ул «Әхмәт спецназы» ордены, «Батырлыҡ өсөн» дәүләт миҙалы, «Украинаны денацификациялауҙа һәм демилитаризациялауҙа» ҡатнашҡан өсөн ведомство миҙалы менән бүләкләнә.

«Утёс» менән әңгәмәләшкәндән һуң, уның дуҫы һәм хеҙмәттәше «Счастливый» менән бәйләнешкә индем.

- Даниэль, һеҙ ысынлап та бәхетлеме? – тинем.

- Миңә йылмайыуым өсөн шундай ҡушамат бирҙеләр. Иҫләйем, мәктәптә уҡыған саҡта, завучҡамы, директорғамы саҡырһалар, гел йылмая торғайным. Һыр бирергә тырышманым. «Ҡайһылай бәхетле йылмая», тип аптырай торғайны кешеләр, - ти көлөмһөрәп танышым. 

«Әхмәт» мәктәбен үткән Даниэль Ғәниев махсус хәрби операцияла эвакуация командиры булып хеҙмәт итә. Ул йәрәхәтләнгән яугирҙарҙы эвакуациялау менән етәкселек итә, шулай уҡ «йөк 200» табуттарын оҙатыуҙы ойоштора.

- Алғы һыҙатҡа еткәнсе ҡурҡыу булмаһа ла, килеп төшкәс, паникаға бирелдем. Төркөмдөң яуаплы кешеләренең береһе миңә хәүефһеҙ юлдарҙы күрһәтте, атыш ваҡытында ҡайҙа йәшенергә булғанлығын аңлатты.

Үҙем Даниэлды тыңлайым, үҙем яҡташыбыҙ – махсус хәрби операцияла яралыларҙы эвакуациялау менән етәкселек иткән һәм тиҫтәләгән кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған «Солтан» исемле яугирҙы иҫемә төшөрәм. Был хаҡта йырсы Радик Динәхмәтов һөйләгәйне. Шул саҡта «Счастливый»ҙан:

- Һеҙ, моғайын, медицина нигеҙҙәрен дә беләһегеҙҙер? Күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам иткәнһегеҙҙер? – тип һораным.

Ысынлап та, Ғәниев өс ай эсендә 36 кешенең ғүмерен ҡотҡара. Даниэль да Александр кеүек үк хеҙмәт итмәгән, ләкин Ҡазанда «Әхмәт» клубында бокс, кроссфит менән шөғөлләнгән һәм тренер булған.

«Счастливый» МХО-ла Луганск Халыҡ Республикаһы Белогоровка ҡасабаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Марьинка ҡалаһы эргәһендә хеҙмәт итә. Батырлыҡтары өсөн Луганск Республикаһының «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Тыныс тормошта ул вуздарҙа, колледждарҙа, мәктәптәрҙә һәм хәрби комиссариаттың ҡабул итеү бүлмәһендә медицина нигеҙҙәре, тәүге ярҙам буйынса һабаҡ бирә. «Ватан» хәрби-илһөйәр хәрәкәтен үҫтерә.

«Утёс» та, «Счастливый» ҙа илдә илһөйәрлек тәрбиәһенең ныҡ кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм ошо йүнәлештә эшләйәсәктәрен белдерә. Егеттәргә уңыштар ғына теләйһе ҡала!


Фото архивтан.

Автор:Асия МОРАТОВА.
Читайте нас: