Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2021, 11:05

Яҡташыбыҙ - “Мөғжизәләр яланы”нда

Ишембайҙан Альбина Хәйбуллина “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында ҡатнашты.

Яҡташыбыҙ - “Мөғжизәләр яланы”нда
Яҡташыбыҙ - “Мөғжизәләр яланы”нда

Альбина Өфөлә йәшәй, юрист булып эшләй, ләкин тыуған ере – Ишембай. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов уға Мәскәүгә барыу өсөн матди яҡтан ярҙам күрһәтә. Яҡташыбыҙ Леонид Якубовичҡа бүләк итеп милли ашыбыҙ - башҡорт балын, бауырһаҡ, ҡаҡланған ҡаҙ алып бара. Тапшырыуҙа Альбина Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле биргән милли костюмда сығыш яһай. “Гөлнәзирә” бейеүен башҡарғанда уға Салауат ҡалаһынан “Көмөш тәңкә” ижади коллективы инәйҙәре ярҙам итә. Яҡташыбыҙ өс уйынсы иҫәбенә инеп, шунда уҡ ике хәрефте дөрөҫ әйтә. Ҡыҙғанысҡа күрә, еңеү – Санкт-Петербургтан Маргарита Веселкинаға эләгә.

- Уҙған йыл аҙағында кроссворд эшләп программаға ебәргәйнем, ә яңы йыл төнөндә “Мөғжизәләр яланы”на барһам ине, тип теләнем. Ярты йылдан һуң минең хыялым тормошҡа ашты. Ысынын ғына әйткәндә, был турала мин онотҡайным да. 15 июндә тапшырыуҙың редакторы миңә шылтыратып Мәскәүгә саҡырғас бик ғәжәпләндем. Өс көн ваҡыт бирелгәйне. Тиҙ арала билет һатып алдыҡ, бүләктәр әҙерләнек, кейемдәрҙе йыйып ҡуйҙыҡ. Әммә аэропортта күңелһеҙерәк мәлдәр ҙә булды. Беҙҙең кейемдәрҙәге иҫке аҡсаларҙы күреп, үткәрмәҫкә лә уйлағайнылар. Ҡайҙа һәм нимәгә барыуыбыҙҙы әйткәс, уларҙың беҙгә ҡарата ҡараштары үҙгәрҙе, - тип һөйләй Альбина Хәйбуллина.

Альбина Хәйбуллина уйнаған төркөмгә шундай һорау бирелә: мәктәптәрҙән һәм семинарийҙарҙан һуң Екатерина тарафынан асылған учреждениеның атамаһын әйтергә.
Был учреждениены асҡанда императрица 400 һум аҡсаһын һалған. Был “богадельня” тигән һүҙ була.

Альбина Хәйбуллина приз итеп - термопот, ә уға ярҙам итеүселәр һоҡланғыс хистойғолар һәм тәьҫораттар алып ҡайта. “Беҙ илебеҙҙең төп телеканалында сығыш яһарбыҙ, тип хыял да итмәгәйнек!”, - ти улар.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Илнара МЫРҘАБАЕВА.
Читайте нас: