Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2021, 14:44

Иремдең икенсе ғаиләһе

Әйттем  бит инде, шаршамбы ғына килә алам.  Әлегә булмай. Рөстәмдең хәле нисек? Температураһы төштөмө? Ярай, бик яҡшы... Пока... Мин дә... 

Иремдең икенсе ғаиләһе
Иремдең икенсе ғаиләһе

Мин иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ инем. 10 йыл буйы Ринат менән бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлап, наҙға уралып йәшәнек. Бәлки киләсәктә лә шулай булыр ине... Тик осраҡлы рәүештә генә тапкан фотоһүрәт минең бәхетле тормошомдо емерҙе.  

Барыһы ла ғәҙәти  өй йыйыштырыуҙан башланды. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, шулай бит инде. Ир командировкаға китһә,  киноларҙағы кеүек, дуҫ ҡыҙҙар  менән осрашып, байрам итәргә атлығып тормайбыҙ. Тиҙерәк ҡулға сепрәк алабыҙ. Йыуған иҙәнде тапап йөрөүселәр булмағанда йыйыштырып ҡалайыҡ әле, йәнәһе. Бар ер ялт итте: иҙәндәр ҙә, стеналар ҙа,  люстралар ҙа.  Күҙем  иремдең эш өҫтәленә төштө.  Ҡайтыуына йыйыштырып ҡуяйым әле.  

Өҫтәлдең аҫҡы тартмаһынан  2016 йылғы календарь табып алдым. Был уға ниңә инде тип, сүп биҙрәһенә  атып бәрҙем. Календарь биттәре араһынан фото күренеп ҡалды. Сүп биҙрәһенән үрелеп алдым.  Һүрәттә – һарғылт сәсле, йәшкелт күҙле, сибәр  ҡатын-ҡыҙ. Фото артында «Яратып, Ләйлә» тигән һүҙҙәр яҙылған. Көнләшеүҙең ағыулы уғы йөрәгемә  килеп ҡаҙалды. 

Хоҙайым,  ҡатын-ҡыҙ журналдарында  хыянатсы ирҙәр тураһында бик күп уҡығаным булды, тик минең дә һөйгәнем улар армияһында булыр тип бер ваҡытта ла уйламаным. Үҙ-ара асыуланышҡаныбыҙ ҙа  юҡ, интим тормошобоҙҙа ла гармония – бер-беребеҙгә ҡарата дәртебеҙ ташып тора.   Бынан 4 йыл элек күрше ҡалала  фирмаларының филиалдары асылғас, Ринатты шунда идарасы итеп ҡуйҙылар. Ул бер аҙна унда, бер аҙна үҙебеҙҙә йәшәп эшләй. Айырылышып тороуҙар мөнәсәбәтебеҙгә  яңы төҫмөрҙәр генә өҫтәне. Уның наҙҙарын иҫемә төшөреп, юҡ, ул башҡа ҡатын-ҡыҙҙы улай наҙлай алмай тип, үҙ-үҙемде ышандырырға тырыштым.


– Сәләм, матурым. – Ринат  тупһаны үткәнсе үк мине ҡосаҡлап алды. Ғәҙәттәгесә, тәүҙә битемдән, шунан танау осонан “әп” итеп алды ла, ирендәремнән үпте. – Һинең ни эшләп төҫөң ҡасҡан? 

– Баш ауырта, – тип ялғанланым.  

Аҙна буйы  иғтибар менән ирем артынан күҙәттем.  Беҙҙең ғаиләләге ҡағиҙәләр ҙә боҙолдо. Кеҫәләрен,  аҡса янсыҡтарын, телефондарын  тикшерә башланым.  Шикләнерлек бер ни тапманым.  Командировкала саҡта йәшәгән  ҡунаҡханаһынаң чегын тапҡас, бөтөнләй тынысландым кеүек. Тик иртәгәһе көндәге ваҡиға бар шиктәремде кире уятты... Уятты ғынамы икән?! 

Кисен улыбыҙ менән урамға сығып киттеләр. Өйҙә һөт юҡлығы иҫемә төштө лә, курткамды ғына элеп, арттарынан сығып киттем (фатирыбыҙ икенсе ҡатта ғына булғас, әллә ниңә телефонына шылтыратырға уйламаным).  Подъезд ишеге артында иремдең тауышын ишетеп, туҡтап ҡалдым. 

– Әйттем  бит инде, шаршамбы ғына килә алам.  Әлегә булмай. Рөстәмдең хәле нисек? Температураһы төштөмө? Ярай, бик яҡшы... Пока... Мин дә... 

Ринаттың һөйәркәһе бар! Күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, тәнемде тоймай башланым кеүек...


Шишәмбе кис  улыбыҙҙы әсәйҙәргә илтеп ҡуйҙым. Шаршамбы иртән, ғәҙәттәгесә, Ринатты оҙатып ҡалдым. Уның машинаһын оҙаҡ ҡына йылытып ултыра торған ғәҙәтен  белгәнгә, ашыҡмай ғына өйҙән сыҡтым. Тиҙ генә әхирәтем  Ғәлиә машинаһына ултырҙым да, артынан киттем.

Күрше ҡалаға бик тиҙ барып еттек кеүек.  Ул туп-тура офисына китте. Көнө буйы машинала ултырҙым. Ирем алдында миңә оят була башланы. Ул  беҙҙең өсөн тырыша, көнө-төнө эштә, ә мин... 

Эш сәғәте күптән  тамамланды. Ә ирем һаман эштә... Бына бит! Һуң ғына офистан сығып, машинаһына ултырҙы. Проспекты, күп ҡатлы фатирҙарҙы уҙып, шәхси йорттар секторына барып еттек. Йорттарҙың береһенә барып туҡтаны. Мин уҙып киттем дә, күршеләренең ҡапҡа төптәренә барып баҫтым. Ҡапҡанан өс йәштәр самаһындағы малай йүгереп сыҡты, уның артынан... фотолағы сибәр ҡатын... 

- Атай ҡайтты, – тип шатланып ҡысҡырҙы бала. 

- Беҙ һине көтөп арып бөттөк инде, – тине сибәр ҡатын йылмайып... 

Донъям емерелде! Дөрөҫлөк кәрәк ине, таптың уны... Тик хәҙер ни эшләргә?..

 

Исемем редакция өсөн генә. 

 

 

http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/iremne-ikenche-gailse

Эльнара Шаймарданова

 
Автор:
Читайте нас: