Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Апрель , 13:00

Сәхнә күрке – “Берғамыт”

Республикала киң билдәле «Берғамыт» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Сәхнә күрке – “Берғамыт”
Сәхнә күрке – “Берғамыт”

Коллектив районда ғына түгел, Башҡортостанда ла йыш сығыш яһай, республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа алдынғы урындар яулай.

1994 йылда Кинйәбулат ауылында Әхиәр Насретдин улы Хәлитов етәкселегендә ойошторолған бәләкәй генә ансамблдән барлыҡҡа килә данлыҡлы “Берғамыт”. Ваҡыт үтә тора, ансамблдә әллә нисә быуын бейеүселәр алмашына. Етәксе бурысы ла хәҙер шулай уҡ үҙ һөнәренең оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәновҡа йөкмәтелгән.

2001 йылда “Берғамыт”ты ҡала ҡарамағына күсереп, ул муниципаль ансамблгә ҡарай. Коллективтағы бөтә бейеүселәргә лә эш хаҡы түләнә башлай.

Ансамблдең етәксеһе Артур Рим улы сығышы менән Баймаҡ районынан. Үҙе әйтмешләй, уның бейеүсе булып китеүен берәү ҙә күҙ алдына килтерә алмағандыр. Элегерәк ауылдарҙа концерт менән сығыш яһар өсөн эшселәрҙән, йәштәрҙән торған үҙешмәкәр коллективтар йыйғандар. Колхозда эшләп йөрөгән Артур Мөхәмәтйәновты ла бейергә саҡырып, фестивалдә ҡатнашырға өндәйҙәр. Егет, әлбиттә, ҡаршы килмәй. Киләһе йылында Артур Рим улы осраҡлы рәүештә Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумына уҡырға инә. Унда ул хореография коллективы етәксеһе һөнәрен үҙләштерә. Студент йылдарында бер нисә курсҡа түбән уҡыған буласаҡ тормош иптәше Эльвира Маҡсат ҡыҙы менән таныша һәм күп тә тормай йәштәр өйләнешә. Артур Рим улы 2003 йылда “Берғамыт” ансамбленә эшкә алына. Аҙаҡ ул Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортонда рәссам-декоратор булып эшләй. Тағы өс йылдан йәш белгесте «Тәйрүк» бейеү коллективы етәксеһе итеп ҡуялар. Ул йылдарҙа Кинйәбулат бейеү коллективы көслө бейеү ансамбленә әйләнә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар менән билдәләнеп, “Байыҡ” телевизион конкурсынан гран-при менән ҡайта. 2013 йылда ярайһы уҡ тәжрибә туплаған белгесте «Берғамыт» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе итеп күсерәләр. Утыҙ йыллыҡ тарихы булған берғамыттарҙың концерттары һәр ваҡыт зал тулы тамашасы менән үтә. Был халыҡтың ихлас яратыуы тураһында һөйләй. Артур Рим улы 2015 йылда З.Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатында “Алтынай” өлгөлө бейеү ансамблен булдыра. Әле ике төркөм эшләп килә. Һәр береһендә унышар пар уҡыусы йөрөй. 14 йәш тулғас, йәки 9-сы,11-се класты тамамлағандар, теләктәре булһа, “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә күсә ала. Әйткәндәй, 8-11 йәшлек балалар өсөн “Аҡбуҙат“ бейеү ансамбле лә тулы ҡеүәттә эшләп килә. Унда әле 25 уҡыусы шөғөлләнә. Республика халыҡ ижады үҙәге аша үткән конкурстарҙа “Берғамыт”, “Алтынай”, “Аҡбуҙат” бейеү ансамблдәре иң көслөләрҙән һанала.

Тәжрибәле етәксенән уның өсөн бейеү нимә икәнлеген һорашам.

- Бейеү – ул тамашасының күңеленә, йөрәгенә үтеп ингән сәнғәт. Сәнғәттең был өлкәһе һәр ваҡыт серле, мауыҡтырғыс донъя булып күренә. Бейегәндә уй-кисерештәр, хис-тойғолар ташҡын кеүек урғылып сыға. Беҙҙең репертуарҙа мең йыллыҡ тарих төпкөлөнән килгән йолалар һалынған. Шуға ла халҡыбыҙ бейеүҙәре мәңгелек һүнмәҫ илһам сығанағы ул, - ти Артур Рим улы.

Репертуарҙа башҡорт, сыуаш, удмурт, мордва, татар, чечен, мари бейеүҙәре бар. Кейемдәргә килгәндә барыһы ла финанслауға бәйле, ти етәксе. Сөнки милли костюмдар ҙа, уларға материалдар ҙа ҡиммәт. Быйыл коллективҡа ҡамсат бүректәр, түбәтәйҙәр, ҡайыштар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алынған.

Әйткәндәй, Мөхәмәтйәновтар күп балалы ғаилә. Артур Рим улының ҡатыны Эльвира Маҡсат ҡыҙы районыбыҙҙың үҙәк китапханалар системаһында бүлек мөдире һәм
профсоюз рәйесе булып эшләй. Өс бала тәрбиәләйҙәр. Улар ҙа аталарының юлынан барып бейеүсе булырға теләгәндәр. Өлкәндәре Алтынай башҡорт мәҙәниәт һәм сәнәғәт колледжында икенсе курста уҡый, Камил Рудольф Нуреев исемендәге башҡорт хореографик колледжында белем ала. Төпсөктәре Ҡадирға алты йәш, балалар баҡсаһына йөрөй.

Артур Рим улынан киләсәккә пландары хаҡында ҡыҙыҡһынам.

- «Берғамыт» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур концертҡа әҙерләнәбеҙ. Ул 26 апрелдә үтәсәк. Шулай уҡ “Берғамыт” ансамбле менән Дағстанда уҙасаҡ халыҡ-ара фестивалгә йыйынабыҙ. Артабан да ижади коллектив менән тынғыһыҙ эшләү һәм зал тултырып тамашасыларҙы йыйып халыҡ һөйөүен яулауҙы дауам итеү юлындабыҙ, - ти Артур Мөхәмәтйәнов.

“Берғамыт”тарға иһә, һәр хәрәкәттәре менән тормош фәлсәфәһен тамашасы күңеленә еткереп, иләҫләндереп, ошо сәнғәт өлгөһөнә тоғро булып, артабан да унан йәм һәм тәм табып йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ!


Фотолар ғаилә архивынан.

Сәхнә күрке – “Берғамыт”
Сәхнә күрке – “Берғамыт”
Сәхнә күрке – “Берғамыт”
Сәхнә күрке – “Берғамыт”
Сәхнә күрке – “Берғамыт”
Сәхнә күрке – “Берғамыт”
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: