Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Май , 15:20

Булһын ерҙә һәр саҡ тыныслыҡ!

Хөрмәтле яҡташтар! 9 май көнөнә ҡарата "Бөйөк Еңеү ейәндәре" фотоконкурсын иғлан итәбеҙ.

Унда ҡатнашыу өсөн:

Еңеү көнөнә арналған үҙегеҙҙең сифатлы фотоларығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ. Мәҫәлән, Георгий таҫмаһы тағып төшкән йәки Үлемһеҙ полк, Еңеү паркы (мәңгелек ут, Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәлдәр) фонындағы һәм башҡа Еңеү көнө тематикаһын сағылдырған фотолар булыуы мөмкин. Үҙегеҙ менән таныштырырға ла онотмағыҙ.

Конкурста йәш сикләүҙәре юҡ;

Фотолар бөгөндән 15 майға тиклем ҡабул ителә;

16-21 майҙа махсус ҡушымта аша тауыш биреү ойоштороласаҡ.

Иң күп тауыш йыйыусы конкурстың республика этабында (22 май - 12 июнь) ҡатнашасаҡ. Уның өсөн шулай уҡ редакция бүләген әҙерләнек.

 

Видеола Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әүхәҙи Батыргәрәй улы Миңлеғолов. 

Гөлдәниә Минеғолова видеоһы.

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: