Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Апрель , 14:18

Әлдә һин бар донъяла!

.

Әлдә һин бар донъяла!
Әлдә һин бар донъяла!

Атайҙар ҙа - беҙ! Әсәйҙәр ҙә - беҙ!
Йырлап йәшәргә тыуғанбыҙ бит беҙ!
Уйҙарыбыҙ - бер! Йырҙарыбыҙ - беҙ!
Ни хәл итһәк тә, бер туғандар - БЕҘ!..

- тип йырлана йырҙа. 10 апрелдә күпселек илдәрҙә ағайҙар һәм апайҙар көнөн билдәләнеләр. Шул уңайҙан һәм Ғаилә йылына бағышлап төркөмдә "Әлдә һин бар донъяла!" тип аталған фотоконкурс иғлан итәбеҙ.

Изге теләктәрегеҙҙе лә ҡушып ғаиләгеҙ, апай-ағайҙарығыҙ, һеңле-ҡустыларығыҙ тураһында яҙып, фото менән беҙгә ебәрегеҙ. 27-30 апрелдә конкурста ҡатнашыусылар өсөн махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсегә редакцияның иҫтәлекле бүләген әҙерләнек.

Ғаиләләрегеҙ бәхетле, туғанлыҡ ептәре ныҡ булһын, нәҫелдәрегеҙ артып торһон!

 

Фотола Хажы ауылынан Ғәниевтар ғаиләһе.

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: