Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Май , 19:00

Байрамға саҡырабыҙ

7 майҙа Ишембайҙың Ленин проспектында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 79 йыллығына арналған «Восход» гәзите призына еңел атлетика эстафетаһы ойошторола.

Байрамға саҡырабыҙ
Байрамға саҡырабыҙ

Сара Ишембай районының физик культура, спорт һәм туризм идаралығы менән берлектә үткәрелә.

Ҡатнашыусыларҙы теркәү - 13 сәғәттә, 14 сәғәттә - тантаналы асыу, 15 сәғәттә ярыштар башлана. Эстафетала йүгерергә йыйынмаһағыҙ ҙа, спорт байрамында һеҙҙе мауыҡтырғыс программа көтә. Тамашасылар балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәрендә һәм күңелле уйындарҙа ҡатнаша, фитобарҙа тәм-том менән тәмле сәйҙән ауыҙ итә ала. Шулай уҡ «Галактика» күңел асыу селтәрҙәре үҙәгенән (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) ҙур булмаған концерт һәм сағыу аниматорҙар шоуы планлаштырылған.

Иғтибар! Еңел атлетика эстафетаһы үткәреү ваҡытында Ленин проспекты буйлап (Губкин урамынан алып Блохин урамына тиклем) хәрәкәт 13 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем ябыласаҡ.

 

6+

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: