Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Сентябрь 2021, 13:31

Токионан һөйөнөслө хәбәр

Яҡташыбыҙ, сығышы менән Ишембай районынан булған Илнур Ғарипов Паралимпия уйындарында алтын миҙал яулап, чемпион булды!

Токионан һөйөнөслө хәбәр
Токионан һөйөнөслө хәбәр

Туғыҙ йөҙ грамм булып ҡына донъяға килгән Илнур кескәй сағынан спорт менән шөғөлләнә. Бер күҙе күргән саҡта конькиҙа йүгерә, саңғы буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулай. 12 йәшендә бөтөнләй күрмәй башлаһа ла, күңел төшөнкөлөгенә бирелмәй, йөҙөү спорты менән мауыға. Ул - йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионы,
халыҡ-ара класлы спорт мастеры һәм хәҙер паралимпия чемпионы!

Егеттең төп көйәрмәндәре һәм ярҙамсылары – Маҡарҙан әсәһе Зөлфидә менән һеңлеһе Алтынайҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ! Афарин, Илнур! Уңыштар һиңә!

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Токионан һөйөнөслө хәбәр
Токионан һөйөнөслө хәбәр
Токионан һөйөнөслө хәбәр
Автор:
Читайте нас: